Быйыл сара 10-сы тапҡыр ойошторола. Ул 23 майҙа үтә. Велоуҙышҡа старт Ҡала советы янында иртәнге сәғәт 9-ҙа бирелә. Ҡатнашыусылар Өфөнөң төп урамдары буйлап уҙа. Финиш һыҙығы - “Ватан” этнопаркында. Сарала ҡатнашыу өсөн veloufa.ru сайтында теркәлергә һәм һан алырға кәрәк. Матур номерҙар түләүле. Уларҙы һатыуҙан йыйылған аҡса хәйриә сараларына йүнәлтелә, тип хәбәр итә ойоштороусылар.