Башҡортостанда быйыл өс айҙа 9 мең 600-гә яҡын фатир файҙаланыуға тапшырылған

Бөгөн Хөкүмәттә торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләһе ҡаралды. Ултырышты Премьер-министр Андрей Назаров үткәрҙе. Торлаҡ төҙөлөшө күрһәткесе буйынса беҙҙең республика илдә 6-сы урында. Яңы йорттарға инженер инфраструктураһы үткәреү мәсьәләһе лә көнүҙәк. Бының өсөн федераль программа буйынса Башҡортостанға 2023 йылғаса 8 миллиард ярым һум күсерелә. Андрей Назаров билдәләүенсә, 2030 йылға республикала йылына 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөргә тейеш.