Бөтә ҡала һәм райондарҙа акция һәм тематик саралар ойошторола. Улар 15 майҙа билдәләнгән Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арнала. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина белдереүенсә, бөгөн балалар әйберҙәрен йыйыуға старт бирелде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҒаилә аҙналығы барышында психологтар кәңәшен алырға була. 16 майҙа “АРТ квадрат” биләмәһендә ата-әсәләр һәм балалар өсөн интеллектуаль-күңел асыу уйыны ойошторола. Унда ҡатнашыу бушлай.