Бындай ҡоролмала 10 йыллыҡ биометрик сит ил паспортҡа фото төшөргә һәм ҡул эҙҙәрен үҙ аллы эшләтергә була. Криптобиокабина Стәрлетамаҡта Күп функциялы үҙәктә ҡуйылған. Тәүгеһе Өфөлә үҙәк офиста булдырылғайны. Сит ил паспорты бер айҙа әҙер була, уның хаҡы 5 мең һум.