Президент Владимир Путин ҡорал һаҡлау һәм йөрөтөү ҡағиҙәләрен тиҙ арала ҡайтанан ҡарап сығырға ҡушты

Ҡазандағы 175-се гимназия фажиғәһенән һуң ил Президенты Владимир Путин ҡорал һаҡлау һәм йөрөтөү ҡағиҙәләрен тиҙ арала ҡайтанан ҡарап сығырға ҡушты. Әлеге ҡанун буйынса, һунар ҡоралы төрөндә был категорияға ҡарамаған атыу ҡоралын да теркәргә мөмкин. Яңы положение был ҡапма-ҡаршылыҡты бөтөрөргә тейеш.