Аграрийҙарҙың ташламалы һәм ҡыҫҡа ваҡытлы кредитҡа булған 300-гә яҡын заявкаһы хупланған

Дөйөм сумма 9 миллиард ярым һум. Республика хөкүмәте вице-премьеры-ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, был программала Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Кушнаренко, Дәүләкән, Илеш, Бүздәк, Бишбүләк, Йәрмәкәй һәм Күгәрсен районы хужалыҡтары әүҙем ҡатнаша.