Ярышта илдең медицина һәм фармацевтика буйынса юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша.
Буласаҡ табиптар өсөн бындай күләмле турнир тәүгә ойошторола. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе сит ил студенттары. Башлыса Һиндостандан. Сөнки был илдә крикет милли спорт уйынына тиң. Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыусы Сабле Сварадж крикет менән алты йәшенән мауыға.
Крикет уйыны беҙгә яҡшы таныш лапта, йәки американдарҙың бейсболына оҡшаш. Шулай ҙа үҙенсәлектәре бар. Аграр университет студенттары ҡағиҙәләрҙе уйын барышында өйрәнде.
Турнирҙың тәүге көнөндә дүрт команда көс һынашты. Артабан уйынды Рязань, Ҡазандан килгән спортсылар дауам итәсәк.