Ҡазандағы фажиғәнән һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты.
Бөгөн иртән Ҡаҙандың 175-се гимназияһында 19 йәшлек Илназ Ғәләүиев ойошторған атышта туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлдө, уларҙың күбеһе балалар. Әле 20 кеше дауаханала ҡала. Ҡорал менән мәктәпкә һөжүм итеүсе ҡулға алынған. Татарстанда иртәгә Матәм көнө. Башҡортостан халҡы күрше республика халҡының ҡайғыһын уртаҡлаша.
Шартлау, үҙәк өҙгөс тауыштар, ҡыйралыш. Бөгөн Ҡазан ҡалаһындағы 175-се гимназияла көн фажиғә менән башланды. Башҡа бер ҡасан да һуғыш булмауына теләктәр менән Еңеү байрамын үткәргәндән һуң был хәбәр бөтә илде тетрәтте. 19 йәшлек Илназ Ғәләүиев ҡорал менән гимназияла дәрес мәлендә ут асҡан һәм шартлатҡан.
Һанаулы ғына минуттар эсендә дәрес барған кабинет ҡанҡойош урынына әйләнә. Мәғлүмәттәр буйынса ете уҡыусының һәм ике хеҙмәикәрҙең ғүмере өҙөлгән. Егерме кеше дауаханала, күбеһе ауыр хәлдә.
Уҡыусылар тәҙрәнән һикергән. Видеояҙмаларҙан күренеүенсә, улар тәҙрәнән баҫҡыс буйлап та төшә. Ғәҙәттән тыш хәл урынында ҡотҡарыусылар, хоҡуҡ органдары эшләй. Ата-әсәләр үҙҙәренең балаһын алып сығырға теләп өҙгәләнә. Илназ Ғәләүиев ҡулға алынған.
Асыҡланыуынса, ул бер нисә йыл элек ошо мәктәптә белем алған һәм колледжға уҡырға ингән. Интернет селтәрендәге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, быға сәбәптәр булыуы ихтимал. Шулай уҡ колледждан ул апрель аҙағында киткән.
Бындай ҡот осҡос аҙымға уны нимә этәргәнен белгестәр тикшерәсәк. Яуыз уй һәм ҡылыҡ балаларҙа йәмғиәттә тәрбиәләнә, ти диндарҙар. Йәнһүрәттәрҙән башлап, кимнофильм, компьютер уйындары, атыш уйнау, мәғәнәһеҙ йырҙар – үҫеп килгән быуындың күңелендә ҡаты бәғерлелеккә нигеҙ һала. Улар виртуаль донъя менән тормошто бутай башлай.
Ғәләүиев был ҡот осҡос аҙымы хаҡында социаль селтәрҙә алдан хәбәр иткән. Ул үҙен Алла тип иғлан итеп кеше ғүмерҙәрен ҡыйырға йыйыныуы тураһында белдергән.
Мәктәпкә ингәндә хәүефһеҙлек саралары ғәҙәттә Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡтында ҡулланыла. Ә башҡа көндәрҙә? Металл, ҡорал барлығын белдереүсе ҡоролмалар эшләйме икән? Радий Хәбиров Башҡортостанда мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты.
Ғәйепһеҙ кеше ғүмерҙәрен өҙгән ҡоралын Ғәләүиев күптән түгел һатып алған. Был ваҡиғанан һуң Владимир Путин граждандар араһында ҡорал әйләнеше ҡағиҙәләрен ҡәтғиләштерергә ҡушты
Татарстандың Башҡортостандағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге алдына бөгөн ҡайғы уртаҡлашыу йөҙөнән сәскәләр һәм йомшаҡ уйынсыҡтар һалынды.
Рәмилә Исмәғилева