Ҡазандағы 175-се мәктәптә атыш ваҡытында йәрәхәтләнгән ике бала үтә ауыр хәлдә

Был турала Татарстандың баш ҡалаһына килгән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдерҙе. Балалар дауаханаһында 18 пациент ята, уларҙың 6-һы ауыр, икеһе үтә ауыр хәлдә. 8 бала пулянан яраланған, башҡалары бинанан эвакуация ваҡытында быяла ярсыҡтарынан йәрәхәтләнгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрше республика халҡының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Республика халҡы баш ҡалабыҙҙағы Татарстан вәкиллеге янындағы майҙанға сәскәләр һала, йомшаҡ уйынсыҡтар алып килә, шәмдәлдәр ҡабыҙа. Социаль селтәрҙә #Ҡазан беҙ һинең менән тигән хештег аҫтында ҡайғы уртаҡлашыусылар арта. Бөгөн Татарстанда матәм көнө иғлан ителде.