Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов ошондай фекерҙә. Белем усаҡтарында балалар именлеген шәхси һаҡ компаниялары һаҡлай. "Вахтала ғәҙәттә хаҡлы ялдағылар ултыра. Уларҙың тейешле әҙерлеге лә, ҡоралы ла юҡ", - ти Рөстәм Ишмөхәмәтов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКисә Ҡазандағы фажиғәлә 9 кешенең ғүмере өҙөлдө. 20-нән ашыу кеше дауаханала, ауыр хәлдә булған балалар бар, тип хәбәр итә Татарстан мәғлүмәт саралары.
Әйткәндәй, 175-се гимназияла эшләгән вахтер ҡатын ҡоралланған егеткә ҡаршылыҡ күрһәтә. Бының өсөн уға награда тапшырыласаҡ. Һаҡсыны бүләккә тәҡдим итеү тураһында Дәүләт Думаһы депутаты, Росгвардия башлығы кәңәшсеһе Александр Хинштейн белдерҙе. Һөжүм итеү ниәте менән мәктәпкә үтеп ингән кешене күреү менән вахтер ҡатын хәүеф төймәһенә баҫҡан. Вағиға урынына Росгвардия хеҙмәткәрҙәре килеп еткән.
Бөгөн күрше республикала Матәм көнө.