Тренерҙар штабы Европа беренселеге уйындарына әҙерләнеү маҡсатында 30 футболсыны йәлеп итә, саҡырыу алыусылар араһында Игорь Дивеев бар. Ул әлеге ваҡытта Мәскәүҙең ЦСКА-һы өсөн сығыш яһай. Милли команда күнекмләрҙе Австрияла уҙғара. Йыйын барышында Станислав Черчесов коллективы Польша менән Болгария командалары менән контроль уйындар үткәрергә йыйына.