Ул Өфөлә Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, 15 майҙа, ойошторола. “Ғаилә ҡиммәттәре” тигән фестивалдә район һәм ҡалаларҙан 100-ҙән ашыу ғаилә ҡатнашыуы көтөлә. Уның барышында йыл дауамында үткәрелгән тематик конкурс еңеүселәрен бүләкләү була, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла, белгестәр менән осрашыуҙар ҡаралған.