Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай законға үҙгәреш әҙерләй. Проблемалы объекттар төҙөлөшөндә ҡатнашҡан ойошмаларға ерҙе ҡуртымға алыу хаҡын кәметергә тәҡдим ителә. Әле республикала ете меңдән ашыу кеше йорт төҙөлөшөндә алданған өлөшсөләр исемлегендә тора. 126 күп фатирлы йорт проблемалы объект булараҡ иҫәпләнә.