Бөгөн Өфөлә “Дөйөм мәғариф системаһында Рәсәй халыҡтары телдәре” тигән темаға семинар-кәңәшмә уҙҙы

Сара барышында туған телде уҡытыу, уны өйрәнеүҙе ойоштороуҙа  уңышлы алымдар барланды. Рәсәй мәғариф министрлығы коллегияһы ағзаһы Алексей Гусев белдереүенсә,  Башҡортостанда был йәһәттән   бай тәжрибә тупланған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Семинар-кәңәшмә эшендә  башҡарма власть органдары, республика мәғарифте үҫтереү институты, Башҡорт дәүләт педагогия универститеты,  ата-әсәләр комитеты йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, туған тел белгестәре, уҡытыусылар ҡатнашты.  Туған телдең ҡулланышы киңәйгән һайын, тел нығыраҡ үҫешә, тигән фекерҙә   Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек етәксеһе Розалия Сәфиуллина. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тыуған телдәргә  арналған семинар-кәңәшмә  Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә  лә уҙғарыла.