Республика эшҡыуарҙарының Инвестиция башланғыстарына ярҙам төбәк фондынан 500 мең һумға тиклем займ алыу мөмкинлеге бар. Дәүләт ярҙамы Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән һәм эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙарға тәғәйенләнә. Заявкалар 1 июнгә тиклем ҡабул ителә, тип белдерәләр Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан. Тулы мәғлүмәт Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡтың рәсми сайтында урынлаштырылған.