Туған тел тамырҙарын ҡайҙан ала?

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өйҙә, мәктәптә, әллә йәмғиәттәме? Баш ҡалала «Дөйөм белем биреү системаһында Рәсәй халыҡтары телдәре» тип исемләнгән семинар-кәңәшмә үтте. Милли ата-әсәләр ассоциацияһы һәм мәғариф министрлығы ойошторған сара быға тиклем илдең бик күп төбәктәрендә уҙған. Өфөлә үткән семинарҙа ла туған телдәрҙе уҡытыуға ҡағылышлы төбәккә хас мәсьәләләр өйрәнелде.

Башҡорт телен өйрәнеү өсөн келәмгә баҫыу ҙа етә. Уйын формаһында башҡорт телен үҙләштереү кескәйҙәр өсөн һөҙөмтәле алым. Әммә интерактив дәреслектәр балалар ғына түгел, өлкәндәр өсөн дә мауыҡтырғыс. Хәйер, башҡорт телен теләгән ваҡытта һәм йәштә өйрәнергә мөмкин. Уҡытыусылар хәҙер һәр кеҫәлә. Мобиль ҡушымталар рәүешендә.

Әммә ниндәй генә алтын әсбаптар булмаһын, тел тамыры йортта, ти белгестәр. Сабыйҙың туған теленә ҡарата һөйөүен тап ата-әсә уята. Балалар баҡсаһы, мәктәп уны тик нығыта ғына, ти мөғәллимдәр.

Ул сағында нишләп йортта туған телендә һөйләшеп йөрөгән балалар мәктәпкә килгәс тә уны онота? Белгестәр туған телдәрҙе уҡытыу проблемаһы йәмғиәткә лә бәйле, ти. Класс, йәки ғаиләлә генә әсә телендә һөйләшеү тамамланмаған дәрес шикелле. Йәғни, тел проблемаһы сәбәптәрен белем усағы, ата-әсәнән генә эҙләү дөрөҫ түгел.

Һәр хәлдә, туған телде өйрәнеү һәр кемдең законлы хоҡуғы. Бының өсөн мәктәптә ғариза яҙыу ҙа етә. Процедураны бер ниндәй ҙә сикләү, мыҫҡыл итеү тип ҡабул итергә ярамай. Хоҡуҡи мөхиттә бындай алымдар ғәҙәти күренеш һәм законлыҡты тәьмин итә.

Башҡортостанда туған тел булараҡ 14 тел өйрәнелә. Был уңыштар башҡаларға үрнәк, тип билдәләй Мәскәү ҡунаҡтары. Туған телдәрҙе үҫтереү сәйәсәтен камиллаштырыуға йүнәлтелгән семинар-кәңәшмәләр башҡа төбәктәрҙә лә дауам итәсәк. Һуңынан иң уңышлы тәжрибәләр тупланып дөйөм бер методик ҡулланмалар эшләнәсәк.

Айнур Кәбиров