Баш ҡалала йыл һайын Рамаҙан айында ойошторолған мәрхәмәтлек проекты сиктәрендә Башҡортостан көндәре үтте. Мәскәү мемориаль мәсетендә ун алтынсы йыл ойошторолған сара Рәсәй мөфтөйҙәр советы менән Мәскәү мосолмандары диниә назараты тарафынан уҙғарылды.
Республика исеменән ойоштороусы булараҡ Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллек һәм Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны.
Изге айҙың утыҙ көнөндә Рәсәй төбәктәрендә һәм Урта Азия дәүләттәрендә йәшәүсе мосолмандар ифтар уҙғара. Бындай кисәләрҙә аҡыллы вәғәздәр яңғырай, артистар һәм профессииональ коллективтар сығыш яһай. Шул иҫәптән Мәскәүҙә лә мосолмандар бер майҙанға йыйылды.
Рамаҙан – дәрәжәһе, милләте кем булыуға ҡарамаҫтан, бөтә мосолмандарҙы берләштереүсе изге ай. Мәскәү башҡорттары ифтарында ла яҡташтар бер-береһенә рәхмәт әйтте, аралашты, кәңәштәрен бирҙе. Иң мөһиме байрам баш ҡалала йәшәүсе яҡташтарҙы берләштерҙе.
Билдәле яҡташтар, сәйәсмәндәр, ғалимдар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре... Күптәр ғаиләләре, балалары менән килгәйне. Мәҫәлән, ышаныс һәм тыуған илгә мөхәббәт Зифа Толомбаеваның ижадында ике төп йүнәлеш. Тәүге картинаһын – Йәмиғ мәсетен ул Мәскәүгә күскәс яҙған. Яҡташыбыҙ тап бында үҙенә көс һәм тыныслыҡ тапҡан.