Унда ҡатнашыу өсөн Өфөгә илдең төрлө төбәктәренән 44 команда килгән. 25 йәштән 59 йәшкә тиклемге 400 дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәр баш ҡаланың «Динамо» стадионына йыйыла.
Өс көн дауамында улар хеҙмәт коллективтары араһында Бөтә Рәсәй ГТО фестивале сиктәрендә үҙҙәренең физик әҙерлеген күрһәтә. Фестиваль тантаналы шарттарҙа иртәгә асыла.