22 майҙа Өфөлә «Терра Башҡортостан» төбәк ат-спорт турниры старт ала

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бәйгенең тәүге этабында Әбйәлил, Күгәрсен, Тәтешле, Бишбүләк һәм Саҡмағош райондары спортсылары көс һынаша.

Баш ҡаланың «Аҡбуҙат» ипподромында үтәсәк ярыштың тура трансляцияһын беҙҙең телеканалда ҡарарға мөмкин. Турнирҙың былтырғы еңеүсеһе тип Шишмә районынан 15 йәшлек жокей танылғайны.