Уйында Учалының «Таусылар» һәм Өфөнөң «Ағиҙел» уйынсыларынан торған Башҡортостан йыйылма командаһы еңгән. Хәл иткес матчта яҡташтарыбыҙ Мәскәү йыйылма командаһын 1:0 иҫәбенә ҡыйратҡан.
Шайбаны иң көслө уйынсыларҙың береһе Яна Минкина индергән. Ә һаҡсылар араһында «Ағиҙел» клубынан Анна Свиридова иң яҡшыһы тип табылған.