Табиптарҙың мобиль төркөмө киске алтыға тиклем халыҡты ҡабул итә. Вакцина алыу өсөн паспорт һәм медицина полисы кәрәк була. Әйткәндәй, Өфөлә коронавирустан прививка яһатҡандар араһында фатир һәм 10 айфон уйнатыла. Бының өсөн иртәгәнән 20 июнгә тиклем медицина ойошмаларының береһендә флаер алырға һәм ундағы кодты ufa-zdorov.ru сайтында теркәргә кәрәк. 23 июндә Өфө телеканалында бүләктәр уйнатыла.