Республика халҡына әлеге эҫе көндәрҙә һыу инергә кәңәш ителмәй

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан аңлатыуҙарынса, йылға һәм күлдәрҙә һыу тейешенсә йылынмаған. Сыныҡмаған кешенең тәнен көҙән йыйырыуы ихтимал. Бынан тыш, пляждар тәртипкә килтерелмәгән, санитар таҙартыу үткәрелмәгән.