Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына нигеҙ һалыныуға 7 йыл

Your browser doesn't support HTML5 video.

Батырҙар рухы берләштерә. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына нигеҙ һалыныуға 7 йыл. Тантаналарҙа Башҡортостан башлығы етәкселегендәге республиканың рәсми делегацияһы ла ҡатнашты. Луганскиҙан БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Луганск халыҡ республикаһы советы алдында рәсми ҡунаҡтарҙы ҡаршылауға әҙерлек бара. Почет ҡарауылы сафта,оркестр тантаналы марштар уйнай.

Башҡортостан делегацияһы етәксеһен совет майҙанында Луганск Халыҡ республикаһы башлығы Леонид Пасечник ҡаршы алды. Ҡыҙыл келәмдән шулай уҡ Абхазия, Көньяҡ Осетия, Ҡырым, Донецк халыҡ республикаһы вәкилдәре уҙҙы.

Парламенттың колонналар залында республика көнөнә арналған тантаналы ултырыш үтте. 2014 йылда мөстәҡиллек һәм демократия юлына баҫҡан Донбасс республикалары ябай булмаған үҫеш юлында. Уларға илебеҙ ярҙам итә. Башҡортостан да был осорҙа ҡәрҙәш халыҡты яңғыҙ ҡалдырманы. Гуманитар ылауҙар даими оҙатылып торҙо.

Дуҫтар бәлә килгәндә һынала тигәндәй, Луганск еренә ауыр осорҙа ярҙам ҡулы һуҙыусылар онотолмаған. Тантанала Башҡортостан башлығы Луганск халыҡ республикаһының «Халыҡ рәхмәте» почет билдәһе менән бүләкләнде.

Ҡотлау телмәрендә Радий Хәбиров ике республика халҡын Бөйөк Ватан Һуғышы яугирҙәренең батырлығы берләштереүен дә билдәләне.

Красный луч районы Петровское ҡалаһы генерал Шайморатовтың һуңғы төйәге ҡалалағы туғандар ҡәберлегендә дивизия командиры һәм уның яугирҙәре ерләнгән. Урындағы халыҡ батырҙар хәтерен ҡәҙерләп һаҡлай.Ҡаланың үҙәгендә башҡорт атлылары скверы урынлашҡан.Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Донецк халыҡ республикаһы етәксеһе Денис Пушилин унда тере һәйкәлдәр, ағас үҫентеләрен ултыртты.

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбенең барабансылар төркөмө сығыш яһай. Музыка ҡоралдары Башҡортостан башлығының уҡыусыларға ң яңы йыл бүләге. Биш ай тигәндә балалар дәртле барабан марштары уйнарға өйрәнгән.

22-се мәктәпкә генерал майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов исемен биреүгә 5 йыл тулыу Луганск халыҡ республикаһы көнө менән тура килде. Юбилей уңайынан белем усағында арҙаҡлы командирҙың бюсы асылды.

Тағы бер мемориалға нигеҙ Штеровка ауылы эргәһендәге ҡалҡыулыҡта һалынды.Урындағы халыҡ әйтеүенсә, Был урында 1943 йылдың февралендә генерал Шайморатов һәләк булған. Эшҡыуарҙарҙың көсө менән уның тирә яғы төҙөкләндерелде. Текә яр буйына һуҡмаҡ түшәлде, буласаҡ бюстҡа нигеҙ һалынды. Луганск халыҡ республикаһы вәкилдәре Радий Хәбировҡа атлы ғәсҡәрҙең төп ҡоралы, ҡылыс бүләк итте.

Тыныслыҡты Донбасс халҡы күптән көтә. Ут һыҙығында ҡораллы бәрелештәр тынғаны юҡ. Республикаларҙың дәүләтселек байрамдарында ла провакациялар теркәлде.

Ихтияры көслө Донбасс халҡының терәге Рәсәй. Күп милләтле Башҡортостан төбәктәр менән төрлө яҡлы хеҙмәттәшлекте нығытыу яҡлы.

Донбасс ере менән Башҡортостанды батырҙар рухы берләштерә. Бөйөк Ватан һуғышы тарихы һәм уның геройҙарына иң юғары кимәлдә иғтибар үҫеш мөмкинлектәренә лә юл аса.

Рафиҡ Әхмәтшин