Баш ҡала халҡы Ленин исемендәге паркта сәскә атҡан декоратив алмағасҡа нәҡ шулай тип исем ҡушҡан.
Был урын шунда уҡ асыҡ һауалағы фотостудияға әйләнде. Сәскә атҡан ағастар менән фотоға төшөү өсөн паркта хатта сират барлыҡҡа килгән. Күҙалланыуынса, башҡорт сакураһы тағы ла ике аҙна дауамында хуш еҫле сәскәгә күмелеп ултырасаҡ.
Шуға ла теләгән һәр кемдең үҙенсәлекле фотосессия ойоштороу һәм ҡабатланмаҫ матурлыҡҡа һоҡланып ҡалыу мөмкинлеге бар әле.