Бөгөн Донъя мосолмандары Ураҙа ғәйетен билдәләй

Your browser doesn't support HTML5 video.

Изге байрам уңайынан Башҡортостан мосолмандарын республика башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Унда былай тиелә: «Изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм мосолмандар өсөн иң төп байрамдарҙың береһе – Ураҙа ғәйете менән ихлас ҡотлайым!

Быуаттар төпкөлөнән килгән был байрам изге китап һәм ата-бабалар васыяты аша беҙгә мәңгелек ҡиммәттәр – тыныслыҡты һөйөү, кешелеклелек һәм шәфҡәтле була белеү хаҡында иҫкәртә.

Хоҙайға доға ҡылып ҡына түгел, яҡшы эштәр менән, оло быуын һәм мохтаждар хаҡында хәстәрлек күреп тә ҡаршы алабыҙ уны. Башҡортостандың мосолмандар өммәте республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, милләт-ара дуҫлыҡты нығытыуға, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә оло өлөш индерә.

Ураҙа байрамы барыбыҙға ла рухи тыныслыҡ һәм үҙ көсөбөҙгә ышаныс, ижади хеҙмәт өсөн яңы көс бүләк итһен. Байрам көнөндә һәр йортҡа һәм һәр ғаиләгә ырыҫ һәм бәхет, татыулыҡ һәм изгелек, ҡот һәм именлек теләйем!» – тиелә Башҡортостан башлығы ҡотлауында.

Илдар Байбулатов