Коронавирус пандемияһына бәйле быйыл мәсеттәрҙә хәүефһеҙлек талаптарына иғтибар көсәйтелде. Халыҡҡа битлектә килеү талап ителде. Биләмәлә полиция хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре эшләне. Изге көндә иман йорттарында халыҡҡа былау таратылһа, йорттарҙа табын да ғәҙәттесә мул әҙерләнә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ураҙа Ғәйетенең тәүге көнө ҡояшлап сәләмләне. Бер ай дауамында ғаилә менән сәхәргә уянып, намаҙҙар уҡып, ифтарға йыйылыу һәр кемдең күңелен изге хистәр менән байытҡандыр. Өфөнән Лиана Юнысова сирек быуаттан ашыу ураҙа тота, яҡын кешеләрендә лә ул изге ғәмәлгә һөйөү уятҡан. «Ураҙа байрам ғаиләне генә түгел, Ер шары мосолмандарын берләштереүсе көскә эйә»,-ти ул.
Дөгө таралып, тәрилкәгә күпереп тигәндәй ятһын һауала бутайҙар. Үҙенә күрә оҫталыҡ талап ителә. Таңғы алтынан алып «Ғофран» мәсетендә байрам ризығы әҙерләнгән. Иртәнге вәғәз әйтелеп, намаҙ уҡылғас, барса йыйылған халыҡ былау менән һыйланды.
Ярты меңдән ашыу порция бер сәғәт эсендә тиерлек таратылды. Әйткәндәй, мәсеттә Рамаҙан айында ифтарҙар ҙа мул ҡаршы алынған. Иң мөһиме - Ураҙа тотҡанда күңелдәр ҙә таҙарып, яңырыу кисерә. Сәләмәтлек өсөн файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.
Рамаҙан айында Өфөләге «Рамаҙан» мәсетендә лә ишектәр асыҡ булды. Рәжәп Хәҙрәт билдәләүенсә, ураҙаның тәрбиәүи көсө баһалап бөткөһөҙ. Рамаҙан айында сабырлыҡҡа, миһырбанлыҡҡа өйрәнәһең. Ә инде изгелек ҡылыу, кешеләргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булыу, мохтаждарға ярҙам итеүгә һәр яңы иртә ынтылырға кәрәк.
Ураҙа тотоусылар билдәләүенсә, Рамаҙан айы быйыл үтә лә еңел үткән. Селлә эҫе йонсотманы, баҡса-баҫыу эштәре башланған мәлгә генә тура килде.
Өфөләге иман йорттары көн дауамында халыҡ менән тулы ине. Республиканың башҡа төбәктәренән дә килеүселәр күп булды. Теләктәр уртаҡ – илебеҙҙә тыныслыҡ һәм именлек хакимлыҡ итһен. Әйткәндәй, Ҡазандағы фажиғәгә бәйле байрам уңайынан балалар өсөн тәғәйенләнгән саралар кисектерелде.
Бер изгелеккә ун өлөш сауап. Рамаҙан айында тотҡан Ураҙаға ҡушып Шәүүәл айында ла Ураҙа тоторға мөмкин. Ул алты көнгә иҫәпләнгән, көн һайын, йә ике-өс көн аша тоторға була. Изге ниәтте үтәүселәр бер йыллыҡ ураҙа тотҡан кеүек булыр, ожмахҡа инер тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр. Ураҙаны байрамдың тәүге көнөнән һуң иртәгәнән башларға мөмкин.
Гөлназ Хәйбуллина