Коронавирустан прививка яһатҡан ата-әсәләргә балаларының сығарылыш кисәләренә килергә рөхсәт ителә

Республика Башлығы Радий Хәбиров “Юғары әҙерлек тәртибе” указына үҙгәреш индерҙе. Унда балалар баҡсалары, мәктәптәр, урта һәм юғары уҡыу йорттарында сығарылыш тантаналарына бәйле  күрһәтмәләр бар. Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин аңлатма бирә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Юғары әҙерлек тәртибе” указына ярашлы, санитар талаптар үтәлгән осраҡта,  палаткалы лагерҙар эшләй ала.

Әйткәндәй, Өфөлә коронавирустан прививка яһатҡандар араһында фатир һәм 10-сы модель айфон уйнатыла. Бының өсөн бөгөндән 20 июнгә тиклем медицина ойошмаларының береһендә флаер алырға һәм ундағы кодты ufa-zdorov.ru сайтында теркәргә кәрәк. Бүләктәр 23 июндә Өфө телеканалында уйнатыла.