Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы был көндәрҙә янғын сығыу хәүефенең юғары булыуы тураһында иҫкәртә

Уҙған тәүлектә Белорет районында урманда ут сыҡҡан. Ул ваҡытында һүндерелгән. Әле республикала 3-4 класс урман янғыны хәүефе һаҡлана, утҡа ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә. урмандар янында усаҡ яғыу һәм ҡоро үләнде яндырыу тыйыла.  Ғәйеплеләргә административ һәм енәйәт эше ҡуҙғатыла.