“Моңға бай гармун байрамы” быйыл үткәрелмәй

Санитар талаптарға бәйле гармунсы һәм тальянсылар фестивален киләһе йылға күсерергә ҡарар ителгән, тип хәбәр итәләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән. Фәтих Иҡсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы” Яңауыл районында 2003 йылдан үткәрелеп килә. Унда Башҡортостандан шулай уҡ башҡа  төбәктәрҙән  музыканттар әүҙем ҡатнаша.