Улар Дүртөйлө, Илеш райондарындағы мәҙәниәт йорттары һәм модель китапханаларында булды. Республикала милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу нисек бара? Бының хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.
Бабич ерендә ғилемгә һәм мәҙәниәткә ғашиҡ кешеләр йәшәй. Дүртөйлө районының Әсән ауылында яңы исемдәр һәм таланттар асыу өсөн заманса шарттар булдырыла. Урындағы модель китапхана, спорт залы һәм күп функциялы клуб былтыр «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса модернизациялана.
«Мәҙәниәт» милли проекты сикәтрендә китапхана ла заманса төҫ алған. Бина төҙөкләндерелә, интерактив ҡоролмалар һатып алына, юғары тиҙлектәге интернет тоташтырыла. Хәҙер бөтә саралар бында үтә, тип әйтһәң дә яңылыш булмай. Китапханала заманса технологиялар һәм уңайлы майҙансыҡтарҙың барлыҡҡа килеүе ҡыҙыҡлы саралар үткәрергә мөмкинлектәр бирә. Иң үҙенсәлеклеһе тип урында йәшәүселәр Китапхана төнөндә Халыҡ-ара йыһан станцияһы менән бәйләнешкә сығыуҙы билдәләй.
Китап уҡырға Илеш районының Андреевка ауылында ла яраталар. Ярты йылдан ашыу айына бер тапҡыр ауыл гәзитен дә баҫтыралар. Бының өсөн милли проект буйынса бүленгән аҡсаға баҫтырыу ҡоролмалары һатып алына. Шулай уҡ электрон уҡыу залы мәғлүмәти ресурстарға тоташтырылған. Реконструкция барышында китапхана майҙаны киңәйтелә, балаларға уйын зонаһы сафҡа инә. Хәҙер тегенеү, робототехника кеүек шөғөлдәр менән ҡыҙыҡһыныусылар урындағы китапханаға йыйыла.
Китапхананы йыһазландырыу өсөн федераль ҡаҙанан 7 миллион ярым һум, ә республика бюджетынан ике миллион ярым һум аҡса бүленә. Бынан тыш, төҙөкләндереү һәм тамаша залын яңыртыу 16 миллион һумға барып баҫа. Был сумма төбәк һәм район ҡаҙналарынан йүнәлтелә. Андреевка ауылында 10 милләт вәкиле йәшәй. Йыр-моң бинаһында улар үҙҙәренә хас булған фольклорҙы өйрәнеп, концерт номерҙәрын әҙерләй.
Ә бына Ябалаҡ ауылында иһә өр-яңы мәҙәниәт йорто төҙөлә. Учреждение 300 урынға иҫәпләнгән тамаша залынан тора. Иркен сәхнә менән грим бүләмәләре, заманса китапхана, методик һәм түңәрәктәр бүләмләре. Клуб хеҙмәткәрҙәре, алыу халҡы һәм аҙ мобилле граждандар өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Биләмә лә иғтибарһыҙ ҡалмай, асфальт түшәлә һәм йәш үҫентеләр ултыртыла.
Мәҙәниәт йорто белем усағына яҡын урынлашҡанға күрә, барлыҡ сараларҙы ла бында үткәрәбеҙ, ти Ябалаҡ мәктәбе директоры. Клубта вокаль һәм инструменталь ансамблдәре, халыҡ театры, фольклор һәм бейеү түңәрәктәре эшләп килә. Үҙешмәкәр коллективтар район һәм республика кимәлендә үтәкрелгән бәйгеләрҙә призлы урындар яулай, лауреат исемдәрен ала һәм дипломдар менән бүләкләнә. Бының менән генә Ябалаҡ ауылы халҡы туҡтарға теләмәй, улар яңы музыка инструменттар кәрәклеген билдәләй.
«Мәҙәниәт» милли проекты буйынса 2019-2020 йылдарҙа республикала 25 мәҙниәт йорто модернизацияланған. Быйыл тағы 19-нда реконструкция эштәрен башлау, шулай уҡ бер йыр-моң бинаһын өр-яңынан төҙөү күҙалланған.
Әлфинә Килдейәрова