«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә алдан тауыш биреүҙе үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Унда яңы ҡатнашыусылар, шул иҫәптән Александр Сидякин да теркәү үтте.
Быйыл партия эсендәге тауыш биреү асыҡ форматта ойошторолған. Һайлау участкаһындағы һәр кемгә үҙ кандидатураһын тәҡдим итергә мөмкин. Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итеү 14 майҙа тамамлана, әлегә 155 кандидат теркәлгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан тауыш биреү электрон формала 24 майҙан 30 майға тиклем барасаҡ. Бының өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында авторизация үтеү кәрәк. Барып тауыш бирергә теләгәндәр өсөн 30 майҙа участкалар асыласаҡ.
Илдар Байбулатов