Өфө пляждарында һыу инеү миҙгеленә әҙерлек бара. Ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре йылға-күл төптәрен ҡалдыҡтарҙан таҙартып, ял итеүселәр өсөн хәүефһеҙ шарттар булдыра. Был йүнәлештә эштәр 25 майға тамамланырға тейеш. Водолаздар көнөнә ике-өс пляжда тәртип урынлаштыра. Һыу аҫтында ниҙәр барлығы хаҡында киләһе яҙма.
Водолаз һыуға төшкәндә, катерҙа ике кеше страховкала тора. Өфөнөң «Ҡояш яры» пляжында күләмле таҙартыу эштәре башланды. Йылға төбө тәртипкә килтерелә, тәүге табыш оҙаҡ көттөрмәне.
Йәйгеһен һыуға төшөүселәр быяла валсыҡтарына баҫып, йәрәхәтләнергә мөмкин. Шуға пляж биләмәһендә тәртип булдырыу эштәре майҙың тәүге аҙналарында уҡ башлана.
Һыуҙың боҙҙай һыуыҡ, болғансыҡ булыуы водолаздарҙың эшен бер аҙ ҡатмарлаштыра. Сөнки күреү мөмкинлеге сикле, ни бары 30-40 сантиметр самаһы. Билдәле булыуынса, бер пляж зонаһын тулыһынса таҙартыуға кәмендә өс сәғәт ваҡыт талап ителә.
Физик яҡтан ауыр хеҙмәт. Генераль йыйыштырыу сиктәрендә яр буйына бүрәнә, ағас ботаҡтары, кирбес, таштар сығарылды. Баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, был һәр йылдағыса ғәҙәти «табыш».
Водолаздарҙың эшен тиҫтәләп кеше күҙәтте. Көндәр йылытыу менән күптәр пляжға ҡояш ванналарын алырға, ҡыҙынырға йөрөй башлаған.
Һыу инеү миҙгеле, ғәҙәттәгесә, 1 июндән башлана. Мәғлүм булыуынса, баш ҡалала тиҫтәнән ашыу ял зонаһы эшләйәсәк. Ҡотҡарыусылар иҫкәртә: рөхсәт ителмәгән урындарҙа ял итеү күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе ихтимал. Статистика ҡыуандырмай.
Былтыр йәйге осорҙа ғына 21 кеше тап хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иңҡар итеү сәбәпле һәләк булған. Миҙгелде алдараҡ башлау ҙа аяныслы тамамлана, был аҙнала Өфөнөң Дим биҫтәһендә 16 йәшлек үҫмер һыуға батҡан. Көндәр йылытһа ла, йылға-күлдәрҙә температура түбән. Шуға ҡаһарманлыҡ күрһәтеү урынһыҙ.
Гөлназ Хәйбуллина