Башҡалабыҙ Өфөнөң «ВДНХ-ЭКСПО» комплексында «Алтын һыуһар» парикмахерҙар һәм биҙәү сәнғәте буйынса 20 -се асыҡ ҡала конкурсы үтте. Юбилей конкурсы «Матурлыҡ көнө» сиктәрендә ойошторолдо.
«Алтын һыуһар»ҙа топ-стилист, парикмахер сәнғәте буйынса донъя чемпионы һәм Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, прическалар эшләүҙә оҫта һөнәрмән Роман Смирнов үҙе ижад иткән прическаларҙы киң тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Топ-стилист Софья Богомазоваға ҡабатланмаҫ стиль тыуҙырған.
Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар 2020- се йылда донъя чемпионатында бронза миҙал яулаған Мөхәммәт Шодмондан «Барбер-прическалар» эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡарау мөмкинлегенә эйә булды. Матурлыҡ көнөндә төрлө кимәлдәге һөнәри конкурстарҙа 500 ашыу кеше ҡатнашты.
Гүзәл Борханова