Өфөлә күп балалы ғаиләләр фестивале үтте

Сарала республиканың төрлө төбәктәренән тиҫтәгә яҡын ишле ғаилә ҡатнаша һәм үҙҙәренең шөғөлдәре, кәсептәре менән таныштыра. Бынан тыш фестивалдә оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыуҙар ҙа ҡаралған.

Сара Башҡортостандың ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы тарафынан ойошторолған. Былтыр ассоциацияның «Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте» проекты Республика башлығы грантына ла лайыҡ булған. Ишле ғаиләләрҙе ҡыҙыҡһындырған темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.

Ейәнсуранан Ваһаповтар үҙ тормошон йыр-моңдан башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Ғаиләлә музыка ҡоралдарында уйнамаған, йә йырлай-бейей белмәгән кеше юҡ. Ижадҡа һөйөү нәҫелдән килә, ти ғаилә башлығы.

Күгәрсендән Мәзитовтарҙың экспозицияһы иһә күргәҙмә майҙанының яртыһын тиерлек биләй. Барыһы ла сабый бишегенән башлана, ғаилә башлығы тәүге ҡыҙҙары тыуғас үҙ ҡулдары менән сәңгелдәк эшләргә була. Хәҙер ҡул эштәренең иҫәбе һаны юҡ, ә ҡыҙҙары төп ярҙамсы.

Фестивалдә ҡул эштәренең төрлөһөн күрергә мөмкин. Ишле ғаиләләр араһында һырлау, сигеү, бәйләү оҫталары ла, малсылыҡ, умартасылылыҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр ҙә бар. Әммә был ғаилләләрҙә эшкә кеше яллау тигән төшөнсә юҡ, улар бар бурыстарҙы бергәләп, күмәкләп башҡара. Иң мөһиме балалар эшкә өйрәнеп үҫә. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтан 10 бала тәрбиәләгн Шваревтар, йәки Ғафури районынан 9 бала үҫтергән Табулдиндар. Улар бал ҡорто үрсетә. Мин үҙем ҡалала үҫтем, әммә ауылға кейәүгә сыҡҡас һыйыр һауырға ла, умарта ҡарарға ла өйрәндем, ти Ләйсән Табулдина.

Күп балалы ғаиләләр фестивале быйлы алтынсы тапҡыр уҙа. Былтыр ошо сара сиктәрендә ойошторолған «Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте» проекты Республика башлығы грантына ла лайыҡ булған. Был аҡсаға «Ғаилә кадрҙа» тигән конкурс ойошторолған, унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йөҙҙөн ашыу ишле ғаилә ҡатнашҡан.

Ә еңеүсе тип Өфөнән Ватолиндар һәм Хәйбулланан Солтановтар табылған. Улар өсөн Нуриман районы буйлап дүрт көнлөк сәфәр ойошторолған. Солтановтар ғаиләһе әйтеүенсә, еңеү нигеҙендә берҙәмлек ята, ә уны уртаҡ ҙыҡһыныу ғына тыуҙыра. Улар үҙҙәре умартасылыҡ менән шөғөлләнә.

Ҡайнап йәшәгән ишле ғаиләләргә фестиваль яңы тәьҫораттар биргән сара ғына. Иң төп байлыҡ – өйҙәге татыу, йылы мөнәсәббәт, улар берҙәмлек менән көслө. Ә иң мөһиме был сараға килгән күркәм, йүнсел, өлгөлө күп балалы ғаиләләр йәмәғәтселектә һалынған ҡарашты үҙгәртә, ишле ғаилә фәҡирлек күрһәткесе түгел, улар йәмғиәттең ныҡлы терәге, илдең ышаныслы киләсәге.

Рәмзиә Кәримова