Был акция ғаилә аҙнаһы сиктәрендә үтте. Балаларҙы йөрәткән водителдәргә юл хәрәкәте ҡәғиҙәләрен үтәргә кәрәклеге хаҡында иҫкәртелде. Ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән осраҡ теркәлгәндә автомобилистҡа ҡарата штраф ҡаралған.
Акцияла ҡатнашыусыларға киңәйтелгән мәғлүмәт бирелгән флаерҙар тапшырылды. Бындай профилактик саралар Өфөнән тыш, республиканың барлыҡ райондарында ла ойошторолдо.
Гүзәл Борханова