Әҙеһәм Исҡужжин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе юғары маҡсаттар менән яна.
Уҡыу йорто 2020 йылда «Мәҙәниәт» милли проектында ҡатнашҡан. Уның сиктәрендә музыка ҡоралдарын һатып алыуға 17 миллион һум аҡса бүленә. Хәҙер буласаҡ музыканттар 24 төрлө ҡыллы һәм тынлы инструменттар менән ҡуллана ала. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар коллективы баш ҡалала үткән төрлө сараларҙы концерт номерҙары менән биҙәй. Республика, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, призлы уырндар яулай.
«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә мәктәп һынлы сәнғәт менән шөғөлләнеү өсөн дә кәрәк-яраҡ әйберҙәр менән йыһазландырыла. Йәш музыканттар, рәссамдар һәм бейеүселәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырыла.
Киләсәктә сәнғәт мәктәбендә ижади кисәләр үткәреү планлаштырылған. Тамаша залының заман ҡоролмалары быға мөмкинлек бирә. Апрель аҙағында башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар өсөн Беренсе асыҡ конкурс үткәрелгән.
Әлфинә Килдейәрова