Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы Баймаҡ районына эш сәфәре барышы менән таныштырҙы. Радий Хәбиров бер аҙна эсендә ведомство-ара комиссия булдырыу һәм уның составын раҫлау буйынса ҡарарҙар әҙерләргә ҡушты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров билдәләүенсә, файҙалы ҡаҙылма сығарыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың күбеһе сит илдәрҙә – офшор биләмәләрҙә теркәлгән. Шуға республика ҡаҙнаһына табыш килмәй. Бынан тыш, компаниялар экологик талаптарҙы үтәмәй, тупраҡты ҡайтанан тергеҙеү – рекультивация алып бармай.