Премьер-министр Андрей Назаров тейешле ҡарарға ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы, 10 мәктәп исемле була. Көйөргәҙе районы Ермолаев ауылының 1-се мәктәбе Советтар Союзы Геройы, яҡташтары Вениамин Недошивин, Октябрьский ҡалаһының 2-се мәктәбе Советтар Союзы Геройы Талип Нурҡаев, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылындағы башҡорт гимназия-интернаты яҙыусы, журналист, уҡытыусы Мәрйәм Бураҡаева исемен йөрөтә. Ишембай районы Ҡолғона ауылы мәктәбенә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, ауылдаштары Ноғоман Мусин исеме бирелә. Белем биреү ойошмаһы директоры Заһиҙә Мусина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт