Чемпионат барышында аҙаҡҡы, 30-сы турҙа, “Нефтсе” стадионында “Өфө” һәм Туланан “Арсенал” араһында уйын үтте. Осрашыуҙа майҙан хужалары 2-1 иҫәбенә еңеү яуланы. Шулай итеп, “Өфө” командаһы турнир теҙмәһендә 13-сө урынға күтәрелде. Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лигаһында быйылғы тәртипкә ярашлы, Милли футбол лигаһы командалары менән күсмә уйындар булмай. Шуға “Өфө” клубы Премьер-лигала урынын һаҡлап ҡала алды.