Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә һөйөнөслө хәбәр менән уртаҡлаша. Былтырғы осор менән сағыштырғанда, сит илгә 16 ярым процентҡа күберәк тауар һатылған. Республика Башлығы билдәләүенсә, сеймал һәм энергетика булмаған экспорт күбәйеүе айырыуса мөһим. Быйыл Сингапур һәм Япония менән тауар әйләнеше артыуы күҙәтелә. Ситкә һатырға теләгән ойошмаларға ярҙам күрһәтелә. “Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты 50 төр ярҙам сараһы әҙерләгән. Башҡортостан, беҙҙең йолалар, байлыҡтар һәм мөмкинлектәр тураһында ошолай эҙмә-эҙлекле һәм нығыраҡ белдерә барабыҙ”, - тип яҙа Радий Хәбиров.