Премьер-министр Андрей Назаров видеокәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. Бөгөнгә өс ҡала һәм 11 районда юл соҡорҙарын ямау тулыһынса тамамланған. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа ремонт һүлпән алып барыла, ә 18 район һәм өс ҡалала юл соҡорҙарын ямауға бөтөнләй тотонмағандар. Андрей Назаров өс аҙна дауамында етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә һәм 15 июнгәсә юл соҡорҙарын ямауҙы тамамларға ҡушты.