Республика Хөкүмәтендә шундай ҡарар ҡабул ителде. Интеллектуаль бәйге йыл һайын ойошторола. Быға тиклем Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Юрий Черток һәм ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина республикала шашка буйынса халыҡ-ара турнир ойоштороу тәҡдиме менән сыҡҡайны. Башҡортостан етәкселеге шашка спортын үҫтереүгә ярҙам итеү буйынса саралар күрергә ҡушты. Атап әйткәндә, Республика шашка федерацияһына күберәк аҡса бүлергә ҡарар ителде.