Бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Анзор Музаев менән осрашты. Унда белем усаҡтарында хәүефһеҙлек тәьмин итеү мәсьәләһе, Башҡортостандың дәүләт аттестацияһына уҙғарыуға әҙерлеге ҡаралды. Радий Хәбиров белдереүенсә, бөтә мәктәптәрҙә лә техник ҡорамалдар менән хәүефлекте яҡшыртыу өсөн 400 миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк. Бынан тыш, педагогтар уҡыусыларҙың тәртибе, ҡылығына иғтибарҙы арттырырға тейеш. Анзор Музаев Башҡортостан дәүләт аттестацияһын уҙғарыуға әҙер, ойоштороу кимәле юғары тип белдерҙе.