Быйыл 5 мең 700-ҙән ашыу закон боҙоу осрағы теркәлгән, автомобиль хужаларына 2 миллион 600 мең һумлыҡ штраф һалынған. Тыйылған урында машина ҡалдарыусыларҙың күбеһе Өфө, Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларына тура килә. Иң тәртипле водителдәр - Межгорьела, тип хәбәр итәләр Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан.