Уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 400 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә.
Был турала Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Анзор Музаев менән осрашыуҙа белдерҙе. Фекер алышыу барышында мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлек мәсьәләләре һәм төбәктең дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уҙғарыуға әҙерлеге тикшерелде.
Анзор Музаев билдәләүенсә, яуаплы кампанияны ойоштороу кимәле буйынса Башҡортостан үҙ позицияларын яҡшыртҡан. Әле төбәк йәшел биләмәгә инә. Уның нигеҙенә уҡытыусыларҙың яуаплы мөнәсәбәте һалынған, тине федераль чиновник.