Республика етәксеһе Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәре барышында яҙғы баҫыу эштәрен ҡараны

Your browser doesn't support HTML5 video.

Урал аръяғы Агро предприятиеһы филиалы ҡарамағында 13 мең гектар ер. Ауыл эшсәндәре иген культуралары, көнбағыш һәм етен сәсә. Киләһе йыл хужалыҡ участкаһында заманса һуғарыу системаһы монтажлана башлай.

Агродинамика компаниялар төркөмөнөң был проекты быйыл яҙ Инвестиция сәғәтендә хупланғайны. Яңы комплекстар Баймаҡтан тыш, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондары баҫыуҙарында ла барлыҡҡа киләсәк.

Мелиорация ярҙамында төбәктең ҡоролоҡҡа дусар өлөшөн уңдырышлыраҡ итеү планлаштырыла. Инвестициялар күләме дүрт миллиард һумдан ашыу, ике йөҙгә яҡын яңы эш урыны булдырыла. Республика етәксеһе проектҡа ентекле экспертиза яһарға ҡушып, халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе өҫтөнөрәк булыуын билдәләне.

Я переживаю, а баланс воды не изменится? Если вы условно говоря воду отсюда возьмете, и через какие то перетоки чтобы у людей колодцы потом не перевысыхают?

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Нет конечно, это же будет делаться после расчетов проектировщиков. Проводится вся экспертиза, в первую очередь экологическая. И если экологи подтверждают что всё нормально, никакого ущерба ни населению, ни природе не будет, только после этого начинаем строить.

Анастасия Калягина, Агродинамика компаниялар төркөмө генераль директоры

Гөлназ Хәйбуллина