Ковидтан вакцина яһат та, фатир от

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфө ҡалаһының йәмәғәт үҫеше фонды «Сәләмәт Өфө» акцияһын иғлан итте. Конкурсҡа ярашлы, коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыусылар араһында фатир һәм кеҫә телефондары уйнатыла. Уның шарттары хаҡында киләһе яҙмала.

Өфө ҡалаһының 43-сө поликлиникаһында ковидтан вакцина яһатыу өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Прививкаға килеүселәр тәүҙә анкета тултыра һәм табипҡа инә. Пациенттың ҡан баҫымы, ҡандағы кислород күләме үлсәнә. Сәләмәтлек торошо тикшерелгәс кенә вакцина яһатыуға рөхсәт бирелә. Алһыу бала менән әле декрет ялында. Акция тураһында ишеткәс тә ул күптән һуҙып йөрөгән эшен тормошҡа ашырмаҡсы булған.

Поликлиникала биш мең тирәһе кеше вакцина алған. Гам ковид Вак һәм Эпи Вак Корона препараттары ҡулланыла. Табиптар билдәләүенсә, вакцина яһатыуҙың төп маҡсаты ул иммунитет булдырыу.

Һуңғы ваҡытта прививкаға килеүселәр күбәйҙе. Алдан яҙылып һәм ябай сират менән үтәләр. Мәғлүмәти яҡтан Октябрь районы хакимиәте ярҙам итә. Бүләктәр әлбиттә, вакцина яһатырғамы юҡмы, тип икеләнеүселәргә лә этәргес буласаҡ.

Данил Батыршин, Өфөнөң 43-сө поликлиникаһының бүлек мөдире

Өфө ҡалаһында фатир һәм ун кеҫә телефоны. Өфөнөң ҡала йәмәғәт үҫеше фонды коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтеүселәргә ошондай бүләктәр вәғәҙә итә. Сәләмәт Өфө акцияһы буйынса быйыл 18 йәштән өлкәндәргә 14 майҙан 20 июнгә тиклем Өфөлә прививка яһатыу шарт.

Ҡатнашыусыларға флаерҙар бирелә, уның коды менән уфа-здоров- ру сайтында теркәлергә кәрәк. Баш ҡалала фатир алыу өсөн 2500000 һумлыҡ сертификат һәм хаҡы 70 мең һумдан да артмаған кеҫә телефондары уйнатыла. Акцияға йомғаҡ телеканалдарҙың береһендә 23 июндә тура эфирҙа үткәрелә.0

Дөйөм иммунитет өсөн йоғошло сиргә ҡаршы прививкаланғандарҙың күберәк булыуы мөһим. Беҙ акция менән халыҡты йәлеп итә алырбыҙ тип уйлайбыҙ. 

Ольга Панчихина, Өфө ҡалаһының Йәмәғәт үҫеше фонды директоры

Мәғлүмәттәр буйынса республикала әле вакцинаның тәүге компонентын 300 меңдән ашыу, икенсеһен 225 меңгә яҡын кеше яһатҡан.

Рәмилә Исмәғилева