Һаҙлыҡта һәм урман араһында кешене нисек табырға һәм беренсе ярҙамды нисек күрһәтергә?

Your browser doesn't support HTML5 video.

“Лиза АлЕрт” отрядына инергә теләүсе ирекмәндәр юғалған кешене эҙләү, навигация нескәлектәренә өйрәнде. Уҡытыусылар – тәжрибәле эҙәрмәндәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре.

Тиҫтәләгән кешеләрҙе табып, уларҙың ғүмерен ҡотҡарыу һәм эҙәрмәндәр тормошоноң һуңғы яңылыҡтары тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Цистернаның ҙур булмаған тишеген махсус ҡоролмалар ярҙамында ғына киңәйтеп була. Тимер һауыттың эсендә 11 йәшлек Даниил. Бер тәүлек буйы малайҙың ата-әсәһе улдары тереме икәнлеген дә белмәй. Тышта йөрөп килергә тип сыға ла, кире әйләнеп ҡайтмай. Үҫмер мискә эсенә нисек эләгеүен аңлата алмай.

Эҙләнеүҙәргә полиция, ҡотҡарыусылар һәм “Лиза Алерт” отряды ирекмәндәре ҡушыла. Водолаздар һыу ятҡылығын да тикшерә башлай. Цистерна эсенән сығып торған ҡулды ирекмәндәр күреп ҡалалар.

Үҙенең аҫтына поролон һалған ине. Хәлһеҙләнгән малайҙың ашҡаҙаны эшләй башлаһын өсөн тиҙ арала шәкәрле һыу эсерҙек. Был хәлдән сығып, балаларҙы ла уҡытырға кәрәк икәнлеген аңлайбыҙ.

Артём Черкасов, Өфө ҡалаһы буйынса профилактика һәм күҙәтеү эшмәкәрлеге инспекторы

Белем үҙеңдең генә түгел, сит кешенең дә ғүмерен ҡотҡара ала. Лиза Алерт отряды юғалған кешеләргә өйҙәренә ҡайтырға ярҙам итә, Даниил меңдәрсә тарихтың бер осрағы ғына. Эҙәрмәндәр отряды – ул яйға һалынған система, берәүҙәр телефон, интерент артында эшләһә, бәғзеләр ваҡиға урынында.

2010 йылда биш йәшлек Лиза Фомина инәһе һәм эт менән урманда йөрөп килергә сығалар, ләкин кире әйләнеп ҡайтмайҙар. Туғандары полицияға мөрәжәғәт итә, эҙләнеүгә ябай кешеләр ҙә ҡушыла. 9 көн үткәндән һуң, һыуыҡтан һәләк булған инәһе табыла. Икенсе көнөнә Лизаның да кәүҙәһен табалар. Бер тәүлеккә һуңлағандар. Эт баланы һуңғыһына тиклем йылытырға маташып ятҡан. Был осраҡтан һуң ирекмәндәр төркөмө “Лиза Алерт” отрядын булдыра.

Һәр яңы килеүсе ирекмән уҡыуҙар үтә. Уларҙы зыян килтермәйенсә беренсе ярҙам күрһәтеүгә өйрәтәләр. Эҙләп тап мине проекты республикала Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Хәрәкәткә республиканың төрлө район-ҡалаларынан да кешеләр ҡушылған.

Әле Лиза Алерт командаһында бер нисә тиҫтә кеше теркәлгән. Ирекмәндәр һәр саҡ кәрәк. Отрядҡа яҙылыу өсөн экранда күрһәтелгән телефон һандарына шылтыратып, тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин. Эҙәрмәндәр - ул ябай кешеләр, төрлө һөнәр эйәләре. Уларҙың барыһын да ярҙам итеү теләге һәм сираттағы тапҡыр табылды. тере! тип әйтеү теләге берләштерә.

8-937-357-79-33 ОЛЕСЯ

Әлфинә Килдейәрова