Мәктәп уҡыусылары өсөн һанлы инкубатор

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ғинуарҙан башлап һәр йәкшәмбе Башҡорт дәүләт университетында балаларҙы һанлы грамоталылыҡҡа өйрәтәләр. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән 4-6-сы синыф уҡыусылары информатика, статистика, финанс математика һәм инглиз теле буйынса белемен камиллаштыра.

Юғары уҡыу йорто белгестәре киләһе уҡыу йылында ла профориентация эшен дауам итергә ниәтләй. Ошо маҡсатта Президент Гранттары фондына тағы ла бер проект әҙерләнгән. Уҡытыу методикаһы байытылып, дисциплиналар һаны күберәк буласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина