Башҡортостан мәктәптәренең өстән бер өлөшөндә турникеттар һәм видеокүҙәтеү системаһы юҡ

Был турала Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Уҡыу йорттарының 62 процентын ғына "Росгвардия" һаҡлай тине ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Айбулат Хажин әйтеүенсә, мәктәптәрҙе турникет һәм видеокамералар менән тулыһынса тәьмин итеү өсөн  425 миллион һум аҡса кәрәк. Был мәсьәлә әле Финанс министрлығы менән ҡарала.